#КонкурсКөндәлеге2023
#ЙылПедагогы2023

Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы лауреаттары «Жюри менән әңгәмә» этабына йыйылды.

Конкурсанттар телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау, популярлаштырыу, туған телде өйрәнеүҙә ғаиләнең роле, ғаилә һәм балалар баҡсаһы мөнәсәбәте һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡорҙо.

Конкурстың ике туры һөҙөмтәләре буйынса 5 призер билдәләнде:

БУРАНБАЕВА ӘМИНӘ РАФИҠ ҠЫҘЫ, Баймаҡ ҡалаһының Баланы үҫтереү үҙәге – «Айыуҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе;

ФӘЙРҮЗОВА ЛЕНА ВӘКИЛ ҠЫҘЫ, Өфө районы Шамонин ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

ИШБАЕВА ГӨЛСИНӘ АЗАТ ҠЫҘЫ, Өфө ҡалаһы 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе;

ТАҺИРОВА АЛЬБИНА БУЛАТ ҠЫҘЫ, Сибай ҡалаһының Баланы үҫтереү үҙәге – «Тейенкәй» балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе;

ӘЙҮПОВА ДИЛАРА РАМАҘАН ҠЫҘЫ, Өфө ҡалаһы 40-сы башҡорт балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

Призерҙарыбыҙ 9 март көнө «Педагогик дебат»та осраша.

Тәрбиәселәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ!