
2025 йылдың 11 мартында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025” регион-ара конкурсының “БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫНА ҺОРАУ БИР (ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ)” этабы үтәсәк.
Уның сиктәрендә конкурстың ойоштороу комитеты “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!” акцияһын иғлан итә.
Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – кемдәр теләй, барыһы ла бирә ала!!!
Бының өсөн һорауығыҙҙы видеоға яҙҙырыуығыҙ һәм rsentr@inbox.ru электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.
Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән пресс-конференция”ла яңғыраясаҡ.