05.12.2019

2019 йылдың 5 декабрендә Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт, рус (туған тел) һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары Ассоцияцияһыны башҡарма комитетының ултырышы үтте.

Сарала ассоциацияның етәксеһе, Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Р.Р. Әйүпов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Р.Р. Сафиуллина, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының мәғариф, фән һәм башҡорт телен үҫтереү комиссияһы кураторы С.Б. Баязитов, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Ә.В. Әбделмәнова, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире С.Ғ. Кәримов, Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Ҡоротан мәктәбе директоры, өлкәнең башҡорт теле уҡытыусылары ассоциаияһы ағзаһы М.С. Йомашев, юғары уҡыу йорттары, колледж уҡытыусылары, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре, республиканың ҡала һәм райондарынан килгән туған тел уҡытыусылары ҡатнашты.

Башҡорт теле һәм башҡа туған тел уҡытыусылары Ассоцияцияның төп маҡсаттары булып уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеген йәнләндереү һәм йәмғиәт тормошонда киң сағылдырыу тора. Туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү, уны пропагандалау — беҙҙең көндәлек хеҙмәт емеше.
Ул туған тел уҡытыусыларын туплаусы, кәрәкле йүнәлеш биреүсе, ярҙам итеүсе, яҡлаусы ойошма булараҡ, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, Башҡорт телен үҫтереү фонды менән берлектә эшләйәсәк. Бөгөн туған тел уҡытыусыларын ассоциацияның Уставы, эш принциптары менән таныштырыу бурысы тора.

Ултырышта, көн тәртибенә ярашлы, күп кенә мәсьәләләр ҡаралды.
Сығыш яһаусылар был ойошманың барлыҡҡа килеүен ыңғай күренеш булараҡ баһаланы, башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Ултырыш аҙағында ассоциацияның киләһе 2020 йылға эш планын төҙөү өсөн проектлау ойошторолдо, башҡарма комитетҡа яңы ағзалар ҡабул ителде.