23 апрелдә Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты майҙансығында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә ойошторолған “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” акцияһы оффлайн форматта гөрләп үтте. Был матур сараға Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы, институт хеҙмәткәрҙәре, ошо майҙансыҡта теркәлеүселәр берҙәй әүҙем ҡушылды.
Диктантты яҙыусылар, кимәлдәренә ҡарап, башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр һәм башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн булған төркөмдәргә бүленеп яҙҙы. Халыҡ-ара диктантты БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, экономика фәндәре докторы Азат Вәзир улы Йәнгиров һәм башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Эльвира Фидаил ҡыҙы Рәхимова уҡыны.
Һәр ҡатнашыусы Башҡортостандың дәүләт теленә ҡарата хөрмәтен күрһәтте һәм үҙҙәренең башҡортса дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереп ҡараны. Был сара күркәм байрам кәйефендә үтте. Сарала ҡатнашыусылар өсөн махсус ойошторолған фотозона ла байрамға матур биҙәк өҫтәне. “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, уның мәртәбәһен күтәреү өсөн үткәрелгән акцияларҙың береһе булды.



