«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы быйыл дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла.

Был сараға әҙерлек сиктәрендә 24 ғинуар онлайн форматта әҙерлек семинары ойошторолдо.

Сарала муниципаль этапта еңеү яулап, республика кимәлендә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе балалар баҡсаһы педагогтары ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырһа, былтырғы йылдың призерҙары һәр этап буйынса үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

Быйылғы конкурс та уңышлы үтер, яңы исемдәр асыр, ҡыҙыҡлы практикалар менән таныштырыр тигән өмөттәбеҙ.