Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының «Балалар менән сара» этабы башланды.

Бөгөн Бишбүләк, Нуриман, Йылайыр, Ғафури, Белорет райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы педагогтары дәрес күрһәтте. Жюри ағзалары конкурс этабын онлайн форматта ҡараны һәм дәрестәр хаҡында ыңғай фекерҙәрен еткерҙе.

Жюри ағзаһы Шәрәфтединова Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы фекеренсә, конкурстың икенсе этабы бик дәррәү генә башланып китте. Тәрбиәселәрҙең белемле, талантлы, оҫта һәм телһөйәр булыуҙары күңелгә хуш килде. Бөгөнгө ҡараған дәрестәрҙә башҡорт халҡының милли кейемдәре, музыка ҡоралдары, бөтә илгә билдәле башҡорт балы, ҡыйыу аттары сағылыш тапты. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр күңелдәренең сафлығы, тырышлығы, әүҙемлеге менән беҙҙе һоҡландырҙы.

«Балалар менән педагогик сара» конкурс этабы 7 февралгә тиклем дауам итәсәк.