«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының “Интернет-ресурс” этабын баһалау тамамланды.

Жюри ағзалары сайттағы мәғлүмәттең тулылығы, методик әһәмиәткә эйә булыуы, тематик яҡтан ойошҡанлы бирелеүе, структураһы булыуы, фәнни күҙлектән дөрөҫ яҡтыртылыуы йәһәтенән баһаланы.

Бөгөнгө интернет алға киткән заманда сайт менән оҫта эш итеү бик мөһим. Был йәһәттән күп тәрбиселәр үҙ эш тәжрибәһен интернет киңлектрендә яҡтыртыуы, ата-әсәләр, коллегалар менән бәйләнеш тотоуы ҡыуандырҙы.