«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының «Балалар менән педагогик сара» конкурс этабы дауам итә.

Конкурста ҡатнашыусылар бөгөн дә сағыу, бай йөкмәткеле дәрес өлгөләре менән ҡыуандырҙы.

Иртәгә был конкурс этабының һуңғы көнө. Киләһе турға бары тик 15 конкурсант үтә. Педагогтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!