20 февраль Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының иң һуңғы туры — “Педагогик дебат” үтте.

Сарала БР Мәғариф һәм фән министры И.М. Мәүлетбирҙин, БР Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары С.В. Антипина, БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева, Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Е.Р. Хаффазова ҡатнашты.

Конкурсанттар телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау, популярлаштырыу, туған телде өйрәнеүҙә ғаиләнең роле, ғаилә һәм балалар баҡсаһы мөнәсәбәте һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡорҙо.

Еңеүсе исеме 28 февраль конкурстың ябыу тантанаһында яңғыраясаҡ.