28 февраль «Башкортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстарының ябыу сараһы үтте.

Өсөнсө йыл үткәрелгән «Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» конкурсы быйыл да яңы исемдәр асты, йондоҙҙар ҡабындырҙы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса:

КОНКУРС ЕҢЕҮСЕҺЕ тип 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ишдәүләтова Әлиә Риза ҡыҙы табылды. Тап ул Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә яҡлау хоҡуғын ала.

КОНКУРСТЫҢ ЛАУРЕАТТАРЫ:
Әмирғәлина Гөлгөнә Данил ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 277-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Камалова Зәлиә Әхмәҙи ҡыҙы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Ярмуллина Шәүрә Самарбай ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 51-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙы, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге — «Йәйғор» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.

НОМИНАЦИЯ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ:
“Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эште уңышлы ойошторған өсөн” номинацияһы Бишбүләк районы Бишбүләк ауылының «Умка» балалар баҡсаhы педагог-психологы Шәйәхмәтова Рәфилә Рәфит ҡыҙына тапшырылды.

«Традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн» номинацияһында күп бала тәрбиәләүсе педагогтар билдәләнде:
Айытҡолова Әминә Һаҙый ҡыҙы, Күгәрсен районы Мораҡ ауылының «Уралҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Ғибәҙуллина Алһыу Тимерйән ҡыҙы, Салауат районы Янғантау ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Зиязетдинова Эльвира Рәсүл ҡыҙы, Дүртөйлө ҡалаһының 5-се «Бала саҡ иле» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Иҫәнбаева Светлана Фәнис ҡыҙы, Ауырғазы районы Мораҙым ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

МАХСУС ПРИЗҒА ЛАЙЫҠ БУЛЫУСЫЛАР:
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призына иң күп стажлы педагог, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Абдуллина Гүзәл Фәхретдин ҡыҙы лайыҡ булды.

БР Мәғарифты үҫтереү институтының призы менән иң йәш ҡатнашыусы булараҡ Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылы 5-се «Шатлыҡ» балалар баҡсаhынан Ғәзинә Регина Вадим ҡыҙы билдәләнде.

Өфө фән һәм технологиялар университетының махсус призы Салауат ҡалаһы 50-се башҡорт балалар баҡсаһынан Асҡарова Лилиә Рәшит ҡыҙына, ә М.Аҡмулла ис. БДПУ-ның махсус призы Өфө ҡалаһы 277-се балалар баҡсаһынан Әмирғәлина Гөлгөнә Данил ҡыҙына тапшырылды.

Конкурсанттарыбыҙҙы өлгәшкән уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был конкурс яҡты тәьҫораттар ҡалдырған, һеҙҙе рухи яҡтан да, профессиональ яҡтан да үҫтергәндер тип ышанабыҙ.