
24 ғинуар «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстары старт ала.
Конкурсанттар үҙ ара “Балалар менән тәрбиәүи сара”, “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”, “Оҫталыҡ класы”, “Брифинг”, “Педагогик дебат” конкурс һынауҙарында көс һынаша. Конкурс февраль аҙағынаса дауам итә.
Сараның асылыу тантанаһын 24 ғинуар 14.00 сәғәттә түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: