
24 ғинуар «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстарының асылыу сараһы үтте.
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» конкурсында быйыл республикабыҙҙың 29 район-ҡалаһынан 32 педагог ҡатнаша. Улар араһында тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары, музыкаль етәкселәр, логопедтар бар.
Педагогтарҙың дөйөм эш стажы 603 йыл. Иң йәш педагог Мусина Рәмзиә Әхәт ҡыҙы. Ул Хәйбулла районынан. Дөйөм эш стажы — 3 йыл.
Иң күп стажлы педагог — Камалова Рәмилә Рәшит ҡыҙы. Ҡырмыҫҡалы районынан. Эш стажы — 47 йыл!
Ижади ҡарашлы, методик яҡтан көслө педагогтар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләүҙә арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша.
Еңеүсе исеме конкурстың ябылыу тантанаһында билдәле буласаҡ.