«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының бөгөн тәүге этабы – “Балалар менән педагогик сара” башланды.

Бөгөн Өфө, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Салауат, Хәйбулла, Благовар, Белорет, Архангел райондары педагогтары дәрес күрһәтте. Жюри ағзалары конкурс этабын онлайн форматта ҡараны.

Әлбиттә, бындай саралар, дәрес үткәреү – тәрбиәсенең көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, уңышлы сара үткәреү һәр кемгә лә еңел түгел.

Әммә конкурсанттар һынатмаҫ, методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, сабыйҙы ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, ҡанатландырған саралар үткәрер тип ышанабыҙ. Конкурс 31 ғинуарға тиклем дауам итә.