«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының “Балалар менән педагогик сара” этабы дауам итә.

Бөгөн жюри ағзалары Дүртөйлө, Өфө, Баймаҡ, Стәрлебаш, Асҡын, Күгәрсен райондары, Күмертау, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары педагогтарының дәресен ҡараны.

Тәүге конкурс этабынан һуң конкурсанттар ниндәй хис-тойғолар кисереүҙәрен белергә теләп, уларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт иттек.

Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы, Белорет районы: «Ҡурҡҡан эш хәйерле була икән, ысынлап та!!! Конкурстың был этабы тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сығышымдан ҡәнәғәтмен. Артабан да барыһына ла тик уңыштар теләп ҡалам».

Ләйсән Хәдит ҡыҙы, Сибай ҡалаһы: «Үткәргән дәресемдән, балаларҙан ҡәнәғәтмен. Конкурстың беренсе конкурс һынауын лайыҡлы үткәнмендер тип уйлайым. Сөнки ҡуйған маҡсатыма ирештем, балалар ҡыҙыҡһынып шөғөлләнделәр һәм хөрмәтле жюри ағзалары ла ҡәнәғәт ҡалғандыр тип ышанам»!

Зөлфиә Харис ҡыҙы, Стәрлебаш районы: «Дәресне татар телендә алып бардым, дәрес темасы: «Тылсым урманына сәяхәт». Район үзәгендәге балалар бакчасында үткәрдем, балаларны кызыксындыра алдым дип уйлыйм. Балалар актив булдылар, сорауларга җавап бирә, биремнәрне эшләп чыга алдылар. Төп максатым: кыргый җәнлекләр турында балаларның белемен ныгыту иде. Моңа ирештем».

Лиана Илшат ҡыҙы, Асҡын районы: «Бөгөн урта төркөм балалары менән асыҡ дәрес үткәрҙем. Мин һәр ваҡыт балаларҙы туған телгә өйрәтеүгә һөйөү менән ҡарайым, сөнки был һөйләшеү һәләте генә түгел, ә киләһе быуынға тапшырған ҡиммәт тип ышанам. Һәр конкурс-профессиональ үҫештең яңы баҫҡысы, ә бер ҡасан да еңел генә килеп сыҡмаған уңыш – яңы башланғыстар өсөн яңы стимул. «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы»
конкурсында ҡатнашыуыма бик шатмын. Бөтә конкурсанттарға уңыштар теләйем!»