«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының “Балалар менән педагогик сара” этабы дауам итә.

Жюри ағзалары ҡаралған дәрестәр буйынса үҙҙәренең түбәндәге фекерҙәрен еткерҙе.

Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы: “Әҙерлек төркөмдәрендә башҡорт теленең төп байлығы булған үҙенсәлекле өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, фонетик анализ алымдарына өйрәтеү, әлбиттә, маҡсатҡа ярашлы, тип уйлайым. Дәрестәрҙә халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадын ҡулланып, балаларҙа кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләүҙәре маҡтауға лайыҡ. Тап ошондай дәрестәрҙә башҡорт телендә таҙа һөйләшкән илһөйәрҙәр тәрбиәләнә лә инде”.

Ишдәүләтова Әлиә Риза ҡыҙы: “Конкурсанттарҙың һәр береһенең үҙенсәлекле ижади ҡараштары, бай фантазиялы булыуҙары ҡыуандыра. Дәрес йөкмәткеләре төплө уйланылған, календарь-тематик пландар сиктәрендә әҙерләнгән. Тәрбиәселәр һынатмай, лайыҡлы сығыш яһайҙар, үҙҙәренең эш тәжрибәһен тейешле кимәлдә жюри ағзаларына күрһәтәләр”.

Шәрәфтединова Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы: “Тәрбиәселәрҙең дәрестәре методик яҡтан дөрөҫ, заман талаптарына ярашлы ойошторолған. Яңы стандарттар буйынса балаларға әҙер белем һәм мәғлүмәт биреү түгел, ә уларҙы үҙ аллы эҙләнеп табырға өйрәтеү маҡсаты ҡуйылған дәрестәр күрһәтелеүе бик шатландырҙы. Ә балалар дәрестә әүҙем ҡатнаштылар, бик тырыш, тыңлаусан, ҡыҙыҡһыныусан икәнлектәрен иҫбатланылар”.