«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының “Балалар менән педагогик сара” этабы тамамланды.

Бөгөн Мәсетле, Бәләбәй, Ейәнсура, Ишембай, Бөрйән районы һәм Салауат ҡалаһы конкурсанттары жюри алдында һынау тотто.

Киләһе конкурс этабы – “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”. Ул 3-4 февраль Өфө күп профилле һөнәри колледжында үтә.

Оло бәйгегә йөрьәт итеп сыҡҡан талантлы тәрбиәселәребеҙгә артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.