- Новости
- Педагог года ДОО
- Учитель года
- ФИП "Кадры образования будущего"
- Педагогические династии
- Финансовая грамотность

|
г. Уфа, ул.Мингажева, д. 120
|
8 (347) 216-10-41 | Меню |
|



























Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының киләһе һынауы башланды. Бөгөн тәрбиәселәр “Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы”нда осрашты. Конкурс Өфө күп профилле һөнәри колледжында үтте.
Педагогтар ата-әсәләр алдында тәҡдим ителгән темаларға әңгәмә ҡорҙо, баланы тәрбиәләү, тел мәсьәләләре буйынса үҙҙәренең педагогик тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Жюри ағзалары конкурсанттың әңгәмәне педагогик маҡсатлы итеп ҡороуы; әңгәмәгә дөрөҫ йүнәлеш биреүе; ата-әсәләр алдында үҙ позицияһын, профессиональ ҡарашын белдерә алыуы; практик тәжрибәне ҡуллана белеүе; бергәләп хеҙмәттәшлек итеүгә ирешеүе баһаланды.
Саранан ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа бик ҡәнәғәт сыҡты.
Иртәгә конкурс этабы дауам итә!