«Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының икенсе туры башланды.

Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Оҫталыҡ дәресе» конкурс этабы үтте.

Финалистар балаларҙың телмәрен үҫтереү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү буйынса ҡыҙыҡлы эш алымдары менән бүлеште. Студенттар — буласаҡ педагогтар оҫталыҡ дәрестәрендә бик теләп ҡатнашты, белем һәм тәжрибә тупланы.

Жюри ағзалары сығышты методик нигеҙле, практик әһәмиәтле булыу йәһәтенән баһаланы.

Иртәгә конкурстың киләһе этабы — «Брифинг». Ул БР мәғарифты үҫтереү институтында үтә.