
«Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының иң һуңғы этабы — “Педагогик дебат” үтте. Конкурстың был һынауында 5 бәйгесе ҡатнашты.
Тәрбиәселәр менән БР Мәғариф һәм фән министры И.М. Мәүлетбирҙин, БР Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары С.В. Антипина, БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева, Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Е.Р. Хаффазова эшлекле әңгәмә ҡорҙо.
Еңеүсе исеме конкурстың ябылыу тантанаһында яңғыраясаҡ