
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025” регион-ара конкурсы быйыл 30-сы тапҡыр үткәрелә. Һөнәри бәйгелә барлығы 55 уҡытыусы ҡатнаша.
Уларҙың икәүһе күрше Силәбе өлкәһенән, өсәүһе һөнәри белем биреү учреждениеларынан.
Еңеүсе исеменә быйыл 53 ҡатын-ҡыҙ, 2 ир-егет дәғүә итә.
Уҡытыусыларҙың дөйөм педагогик стажы – 1250 йыл.
Иң күп педагогик стажлы конкурсант – Санъяров Фәнзил Бүләк улы. Ул Өфө күп профилле һөнәри белем биреү колледжынан. Фәнзил Бүләк улының эш стажы – 50 йыл.
Ә иң йәш конкурсантыбыҙ — Өфө ҡалаһының 108-се мәктәбе уҡытыусыһы Ҡарабаева Раушания Айнур ҡыҙы. Эш стажы – 1 йыл.
Уҡытыусыларға уңыштар, еңеү сәме, дәрт теләйбеҙ!