26 ғинуар «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстары старт алды.

«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә конкурс яңы йондоҙҙар балҡытты, яңы исемдәр асты.

Үҙ һөнәренең дәрәжәһен күтәреүсе абруйлы конкурста ҡатнашыу — педагогтар өсөн яуаплы ла, тулҡынландырғыс та. Ижади ҡарашлы, методик яҡтан көслө педагогтар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләүҙә арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша.

Быйыл конкурста республикабыҙҙың 27 район-ҡалаһынан 32 педагог ҡатнаша. Улар араһында тәрбиәселәр, өлкән тәрбиәселәр бар. Конкурсанттарҙың өсәүһе урта һөнәри белемле, егерме туғыҙы юғары белемле. 23 тәрбиәсе юғары категорияға, 8 тәрбиәсе беренсе категорияға эйә.

Педагогтарҙың дөйөм эш стажы — 601 йыл, ә дөйөм педагогик стажы — 525 йыл.

Иң йәш тәрбиәсе — Исламова Гөлнур Кәрим ҡыҙы. Ул Асҡын районынан. Дөйөм эш стажы — 3 йыл.
Иң күп стажлы тәрбиәсе — Мозафарова Миләүшә Әмир ҡыҙы. Ул Йылайыр районынан. Эш стажы — 37 йыл!

Еңеүсе исеме 27 март билдәле буласаҡ.
Конкурсанттарға уңыштар теләп ҡалабыҙ!