26 ғинуар «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсына әҙерлек семинары ойошторолдо.

Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырһа, былтырғы йылдың призерҙары һәр этап буйынса үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

Быйылғы конкурс та уңышлы үтер, яңы исемдәр асыр, ҡыҙыҡлы практикалар менән таныштырыр тигән өмөттәбеҙ.