«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының “Балалар менән сара” этабы дауам итә.

Бөгөн Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы райондары, Нефтекама, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаһы педагогтары дәрес күрһәтте. Жюри ағзалары конкурс этабын онлайн форматта ҡараны һәм дәрестәр хаҡында ыңғай фекерҙәрен еткерҙе.

Жюри ағзаһы Шәрәфетдинова Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы фекеренсә, конкурс бик дәррәү генә башланып китте. “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен ихлас яратып, тәрән эстәлекле асыҡ дәрестәр күрһәткән, үҙҙәренең һөнәри тәжрибәләре менән эскерһеҙ уртаҡлашҡан тәрбиәселәргә һоҡланып ҡарап ултырҙым. Конкурста ҡатнашҡан тәрбиәселәрҙең күрһәткән дәрестәре бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, материалдарҙың төрлөлөгө, методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән булыуы ҡыуандырҙы. Барлыҡ темалар ҙа актуаль булды минең өсөн. Башҡорт теле дәрестәре аша тәрбиәселәр Башҡортостандың сал тарихы, мәшһүр сәнғәте, ҡабатланмаҫ тәбиғәте, башҡорт халҡы, шулай уҡ төрлө милләт вәкилдәре менән таныштырҙылар. Башҡорт теленең байлығын, матурлығын, нескәлеген күрһәттеләр. Тәрбиәселәр үҙҙәренә ҡыҙыҡһынып, ышанып төбәлгән күҙҙәргә күңел йылыһын өләштеләр, кескәй йөрәктәрҙе яндырҙылар, яңы белем өләштеләр”.

«Балалар менән педагогик сара» конкурс этабы иртәгә тамамлана.