«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2026» конкурсының тәүге һынауҙары артта ҡалды.

Уҡытыусылар «Методик оҫтахана» этабында үҙҙәренең алдынғы эш алымдарын презентациялаһа,  «Дәрес» конкурс этабында ят класта билдәләнгән тема буйынса дәрес күрһәтте.

Киләһе турға үтеүселәр исемлеге билдәләнде. Улар 11 март  «Уҡыусылар менән әңгәмә» конкурс этабында осраша.

Бәйгеселәргә  уңыштар теләп ҡалабыҙ!