17.02.2020

Конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә 14 февраль көндө Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында семинар үткәрелде.

Сарала республиканың район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән муниципаль этаптарҙа еңеү яулаусы, регион-ара конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырҙы, һәр этап буйынса фәһемле кәңәштәр бирҙе.

Конкурстың төп этаптары 10-17 март көндәре Өфө ҡалаһында уҙасаҡ.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл да уңышлы үтер, яңы йондоҙҙар асыр тип ышанабыҙ!