05.03.2020

5 мартта Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Башҡорт теле йылына арналған “Ал да сәс нур халҡыңа!” тип аталған форсайт-сессия уҙғарылды.

Сара уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы коллективы менән берлектә ойошторолдо.

Форсайт-сессияла ҡатнашыусыларҙы фойела Мәғарифты үҫтереү институты китапханаһы директоры Н.Ф.Шамбазова ойошторған бай стендтар һәм китаптар күргәҙмәһе ҡаршы алды.

Гимназияның 8-11 класс уҡыусылары өс төркөмдә − “Телһөйәрҙәр”, “Илһам”, “10-сы ырыу” командаларында − “Башҡорт телен фән теле итеп эшләү”, “Нисек сит илдә һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡорттарҙы берләштерергә?” һәм “Кем ул уңышлы замана башҡорто?” тигән темаларҙы күтәреп сыҡты һәм үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте.

Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова алып барған йәнле аралашыуҙа, фекер алышыуҙа арҙаҡлы ғалим, филология фәндәре докторы, яҙыусы Рәшит Шәкүр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫеше буйынса комиссия белгесе Рәйсә Күзбәкова, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты доценттары Әхәт Илмөхәмәтов, Луиза Кирәева, ата-әсәләр комитетынан Айгиз Ҡунафин да эксперттар сифатында ҡатнашты һәм уҡыусыларға үҙҙәренең фекер-теләктәрен еткерҙе.

Рух һәм белем байрамының аҙағында гимназия етәкселегенә, уҡытыусылар коллективына һәм форсайт-сессияла ҡатнашҡан бар уҡыусыларға ла Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Рәхмәт хаттары һәм сертификаттары тапшырылды.