10 март көндө Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” регион-ара конкурсын асыу тантанаһы үтте. Быйылғы конкурста 56 уҡытыусы еңеүсе исеменә дәғүә итә. Улар араһында республиканан ғына түгел, күрше Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән килгән бәйгеселәрҙең булыуы ла бик шатлыҡлы күренеш.

Февраль айында конкурсанттар «Методик портфолио» конкурс этабын уңышлы үтһә, бөгөн улар «Милли кейемде презентациялау» һынауында үҙҙәренең һөйләү оҫталығын, фекер тәрәнлеген, аң-белем даирәһен күрһәтте. Бәйгенең был этабы шуның менән ҡыҙыҡлы булды: бында конкурсант үҙе йәшәгән төбәккә генә хас булған милли кейемде презентацияланы, костюмдағы төрлө орнаменттарҙың, төҫтәр бирелешенең мәғәнәһен аңлатты, уҡытыусы эшмәкәрлегендә милли кейемдәрҙе ҡулланыу, улар аша телгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү үҙенсәләлектәрен һөйләне. Сығыштарҙың оригиналь ҡабатланмаҫ булыуы һоҡландырҙы.

Алдағы көндә конкурсанттарҙы «Дәрес», «Дәрестән тыш сара», «Оҫталыҡ класы», «Асыҡ лекция», «Мәғариф проекты», «Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле» кеүек педагогик оҫталыҡ талап иткән ҡыҙыҡлы ижади конкурс этаптары көтә. Бәйгеселәребеҙгә ныҡышмалылыҡ, ярыш сәме, ижади ҡомар, ҙур уңыштар теләйбеҙ!