Конкурстың баһалама ағзалары өс көн дауамында «Дәрес», «Дәрестән тыш сара» конкурс этаптарын ҡараны.

Әлбиттә, дәрес үткәреү — уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай ят класта дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел.

Әммә конкурсанттар һынатманы. Методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, ҡанатландырған дәрестәр бихисап булды. Уҡытыусыларҙың заманса технологиялар менән оҫта эш итеүе шатландырҙы.

«Дәрестән тыш сара» этабы быйыл тәүге йыл үткәрелә. Был һынау төрө уҡытыусыны ижади яҡтан аса алыуы менән ҡиммәт.

Конкурсант дәрестән тыш сараның формаһын, темаһын тулыһынса үҙе һайлай, үҙе ҡора. Сараларҙың темаһы актуаль, заман шарттарына яраҡлашҡан, милли рух менән һуғарылған булыуы иғтибарға лайыҡ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, М. Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға, Халыҡ-ара Фольклориадаға бағышланған темалар күп ине.

Уҡытыусылар балалар менән ихласлап йырланы, бейене, халыҡ уйындарын уйнаны, ҡумыҙ сиртте.

Конкурстың был этабы, ысын мәғәнәһендә, тел һәм рух байрамына әүерелде.