Һеҙҙе ысын күңелдән Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым! Был байрам 14 декабрҙә – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың беҙгә ҡалдырған, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплаған иң ғәзиз һәм изге мираҫы ул. Тел – кешеләр менән аралашыу, тәрбиәләү һәм донъяны ҡабул итеү сараһы ла. “Белемлелек арыҫландан көслө батыр”, – тип әйткән бөйөк Аҡмулла. Ысынлап та, туған телен белмәгән кеше үҙен белемле һәм уңышлы кеше тип һанай алмайҙыр.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Башҡорт теле көнөндә лә мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарында төрлө саралар, асыҡ дәрестәр үткәрелә. Киләсәктә һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың белемгә ынтылышын һәм рухын һаҡлаусылар тағы ла артыр, тип ышанабыҙ. Һис шикһеҙ, телдең яҙмышын быуындар күсәгилешлеге һәм халыҡтар берлеге хәл итә. Был йәһәттән барыбыҙ ҙа йәш быуынға өмөт бағлайбыҙ…
Күп милләтле республикабыҙҙың һәр кешеһе өсөн Башҡорт теле көнө дуҫлыҡ һәм телгә һөйөү байрамы булһын! Барығыҙға ла бәхет, ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйем!
А.В. Йәнгиров,
Башҡортостан Республикаһыны
Мәғарифты үҫтереү институты ректоры