2021 йылдың 24 апрелендә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһы ойошторолдо.  

Мәғарифты үҫтереү институтына был уникаль акцияға ҡатнашыу өсөн төрлө ойошмаларҙан 100-ҙән ашыу кеше килде. Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы, мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Уларға диктантты башланғыс һәм иркен аралашыусылар кимәлендә һайлап алыу мөмкинлеге булдырылды. 

Сараны Мәғарифты үҫтереү институтының ректоры Азат Вәзир улы Йәнгиров  асып ебәрҙе. Ул һәр ҡатнашыусыны сәләмләп, барыһына ла уңыштар теләне.  

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ялсыҡаева Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы, сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, башҡорт телендә аралашыусыларҙың һаны тағы ла артһын, телебеҙ сәскә атһын тигән изге теләктәрен еткерҙе.  

Башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарҙы йәлеп итеү, уны Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм сит илдәрҙә танытыу һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған акция бик матур, юғары кимәлдә үтте. 

#башҡорттелендәдиктант 

#башдиктант/#башдиктант2021 

#диктантпобашкирскомуязыку 

#башҡортсадиктантяҙам