Бөгөн “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы һәм уның менән бер рәттән “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы старт алды.
Бәйгенең төп маҡсаты – балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, уларҙы таратыу, белемен камиллаштырыу, таланттарҙы асыу, педагог һөнәренең абруйын арттырыу һәм киләсәктә уңышлы эшмәкәрлеккә дәртләндереү.
“Йыл педагогы” кеүек һөнәри конкурстарҙың әһәмиәте ҙур. Ул педагогтарҙы дәртләндерә, бер-береһе менән кәңәшләшеп, фекер, тәжрибә уртаҡлашып эшләү мөмкинлеген аса. Киң йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеп, иң алдынғыларҙы асыҡларға, ыңғай тәжрибәне пропагандаларға, өйрәнергә һәм таратырға ҙур мөмкинлек бирә”, — тип билдәләне мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин сараны асыу тантанаһында.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Рафаил улы Батыршин да был ярыштың “Башҡорт теле уҡытыусылары” форумы сиктәрендәге күрһәтмәгә ярашлы башланғыс алыуын һәм туған телдәрҙе үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. “Үҙ һөнәрҙәренең бар нескәлектәрен белгән һәм эшен яратҡан, яңылыҡтарға, эҙләнеүҙәргә ынтылған, алдарына юғары маҡсаттар ҡуйған һәм уларға өлгәшеүгә табан барған педагогтар һәм тәрбиәселәр үҙҙәрен һынар, фекер алышыр һәм фекерҙәштәр табыр, ә еңеүсе инде «Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ класы — 2022» конкурсында республикабыҙҙың данын яҡлаясаҡ”, — тине Азат Рафаил улы.
“Башҡортостан Республикаһы туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсында өс ҡаланан һәм утыҙ райондан 37 педагог көс һынаша. Иң йәш конкурсант – Архангел районының “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хәсәнова Айгөл Камил ҡыҙы булһа, иң тәжрибәле, 38 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған ҡатнашыусы – Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлбәкова Гөлсөм Шаһыбал ҡыҙы.
Конкурс өс турҙан тора. Ситтән тороп уҙғарылған “ Интернет-ресурс” этабы артта ҡалды. Иртәгә, 10 февраль “Балалар менән педагогик сара” туры башлана. Педагогтар онлайн форматта дәрестәр үткәрәсәк. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы алда “Оҫталыҡ дәрестәре”, “Педагогик һәм ата-әсәләр менән бәйләнеште профессиональ кимәлдә ойоштороу тәжрибәһен презентациялау”, “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле” этаптары көтә.
Һөнәри оҫталыҡ конкурсы уны әҙерләүселәрҙе һәм үткәреүселәрҙе, айырыуса ҡатнашыусыларҙы тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреүгә ҙур этәргес булыр. Конкурста улар яңы идеялар менән байыр, тик ыңғай тәҫьораттар солғанышында ҡалыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.