#КонкурсКөндәлеге2023
#ЙылПедагогы2023
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы быйыл икенсе йыл рәттән уҙғарыла.

Был сараға әҙерлек сиктәрендә 27 ғинуар онлайн форматта семинар ойошторолдо.

Сарала республиканың район-ҡалаларынан муниципаль этаптарҙа еңеү яулаусы, республика кимәлендәге конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе балалар баҡсаһы педагогтары ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырһа, былтырғы йылдың лауреаттары конкурстың һәр этабы буйынса үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

Быйылғы конкурс та уңышлы үтер, яңы исемдәр асыр, ҡыҙыҡлы практикалар менән таныштырыр тигән өмөттәбеҙ.