Конкурс тамам!

09.03.2023
9 март «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының иң һуңғы этабы – “Педагогик дебат” үтте. Түңәрәк өҫтәл артында конкурс призерҙары БР Мәғариф һәм фән министры менән мәктәпкәсә белем биреү системаһы, балаға тәрбиә, белем биреү хаҡында эшлекле әңгәмә ҡорҙо. Еңеүсе исеме иртәгә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт […]

Призерҙар билдәләнде!

28.02.2023
#КонкурсКөндәлеге2023#ЙылПедагогы2023 Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы лауреаттары «Жюри менән әңгәмә» этабына йыйылды. Конкурсанттар телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау, популярлаштырыу, туған телде өйрәнеүҙә ғаиләнең роле, ғаилә һәм балалар баҡсаһы мөнәсәбәте һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡорҙо. Конкурстың ике туры һөҙөмтәләре буйынса 5 призер билдәләнде: БУРАНБАЕВА ӘМИНӘ РАФИҠ […]

Бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа…

28.02.2023
#КонкурсКөндәлеге2023#ЙылПедагогы2023 Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының лауреаттары БР Мәғарифты үҫтереү институтына «Оҫталыҡ класы»на йыйылды. Конкурс шарттары буйынса тәрбиәсе 10 минут эсендә башҡа коллегаларына үҙенең эш тәжрибәһенән иң отошло, иң уңышлы тип тапҡан эш алымын күрһәтергә тейеш. Жюри ағзалары сығышты актуаллеге һәм методик яҡтан нигеҙләнеүе, […]

Конкурс лауреаттары билдәле!

22.02.2023
Февраль башынан алып дауам иткән сәмле бәйгенең I туры тамам! “Интернет-ресурс”, “Балалар менән педагогик сара” конкурс этаптары һөҙөмтәләре буйынса конкурстың лауреаттары билдәләнде. БАЕВА ЮЛИӘ РАФИҠ ҠЫҘЫ — Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе БУРАНБАЕВА ӘМИНӘ РАФИҠ ҠЫҘЫ — Баймаҡ ҡалаһының Баланы үҫтереү үҙәге – «Айыуҡай» балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе ҒИЗЗӘТУЛЛИНА СВЕТЛАНА РӘХИМ ҠЫҘЫ — Өфө […]

I тур тамам!

20.02.2023
#КонкурсКөндәлеге2023#ЙылПедагогы2023 5 көн дауамында барған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының «Балалар менән педагогик сара» этабы тамам. Жюри ағзаларының фекеренсә, педагогик саралар методик яҡтан төҙөклөгө, балаларҙың әүҙем эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ иткән инновацион алымдарҙы тәрбиәселәрҙең оҫта ҡуллана алыуҙары менән айырылып торҙо. Тәрбиәселәр халҡыбыҙҙың йолаларын, шөғөлдәрен, халыҡ уйын […]

Сәмле бәйге дауам итә.

16.02.2023
#КонкурсКөндәлеге2023#ЙылПедагогы2023 Жюри ағзаларының фекеренсә, тәрбиәселәрҙең күптәре үҙҙәренең йылдар буйы туплана килгән эш тәжрибәһен дәрестәре аша күрһәтә алды. Уларҙың халыҡ педагогикаһы, балалар фольклоры өлгөләренә нигеҙләнеп, заман технологияларын ҡулланып эш итеүҙәре оҡшаны. Шулай ҙа балалар телмәренә иғтибарлыраҡ булһындар, жюри алдында ҡаушамаһындар ине тигән теләктәр яңғыраны.

«Балалар менән педагогик сара» башланды

14.02.2023
#КонкурсКөндәлеге2023 #ЙылПедагогы2023 «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының иң яуаплы этаптарының береһе – «Балалар менән педагогик сара» башланды. Бөгөн Архангель, Асҡын, Дүртөйлө райондары һәм Өфө, Белорет, Күмертау ҡалалары педагогтары дәрес күрһәтте. Жюри ағзалары конкурс этабын онлайн форматта ҡараны. Методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, […]

Конкурс старт алды!

13.02.2023
#КонкурсКөндәлеге2023 #ЙылПедагогы2023 10 февралдә Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстарын асыу тантанаһы үтте. «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы быйыл икенсе тапҡыр […]

Конкурсҡа әҙерлек семинары үтте

27.01.2023
#КонкурсКөндәлеге2023#ЙылПедагогы2023«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы быйыл икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Был сараға әҙерлек сиктәрендә 27 ғинуар онлайн форматта семинар ойошторолдо. Сарала республиканың район-ҡалаларынан муниципаль этаптарҙа еңеү яулаусы, республика кимәлендәге конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе балалар баҡсаһы педагогтары ҡатнашты. Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, […]