#КонкурсКөндәлеге2023
#ЙылПедагогы2023

«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының иң яуаплы этаптарының береһе – «Балалар менән педагогик сара» башланды.

Бөгөн Архангель, Асҡын, Дүртөйлө райондары һәм Өфө, Белорет, Күмертау ҡалалары педагогтары дәрес күрһәтте. Жюри ағзалары конкурс этабын онлайн форматта ҡараны.

Методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, баланы үҫтергән, ҡанталандырған ҡыҙыҡлы дәрестәрҙең күп булыуы шатландырҙы.

«Балалар менән педагогик сара» конкурс этабы 20 февралгә тиклем дауам итәсәк.