Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсы
Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсы старт алды. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурс 28-се тапҡыр ойошторола.
Быйылғы бәйгелә барлығы 61 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың бишәүһе Ханты-Манси автономиялы округы һәм Силәбе, Ҡурған, өлкәләренән.
Баһалама ағзалары составына арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр инә.
Уларға яуаплы эштәрендә еңеллек һәм ғәҙел баһалар, бәйгеселәргә сәм, илһам, дәрт теләйбеҙ!
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсы яңы исемдәр асһын, телебеҙҙе яңы бейеклектәргә күтәрһен!