Торжественная церемония закрытия профессиональных конкурсов педагогического мастерства

24.03.2023
24 марта 2023 г. в Конгресс-холле «Торатау» прошла торжественная церемония закрытия профессиональных конкурсов педагогического мастерства: «Учитель года башкирского языка и литературы», «Учитель года Башкортостана». «Учитель дистанционного образования» и Второго республиканского педагогического марафона «СОТЫ» В знак высочайшей общественной значимости профессии учителя 2023 год, год 200-летия со дня рождения одного из основателей российской педагогики Константина Дмитриевича Ушинского, […]

23 март конкурстың иң һуңғы этабы – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән пресс конференция” үтте. Бәйгенең был һынауында 15 уҡытыусы ҡатнашты.

23.03.2023
Конкурстың был этабы сиктәрендә 10 көн алдан социаль селтәрҙә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир” акцияһы иғлан ителгән ине. Акция буйынса һәр теләгән кеше: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле уҡытыусыларға һорауҙар әҙерләп ебәрҙе. Иң ҡыҙыҡлы, көнүҙәк тип табылғандары пресс конференцияла яңғыраны. Һорау биреүселәр […]

М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында ике көн дауамында барған «Тәрбиәүи сара» этабы тамам.

22.03.2023
Уҡытыусылар «Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы» темаһына уҡыусыларҙы уйландырған, ҡанатландырған саралар күрһәтте. Иртәгә конкурстың һуңғы этабы — “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән пресс-конференция».

Ике көн дауамында барған “Оҫталыҡ класы” конкурс этабы тамам.

21.03.2023
Уҡытыусылар үҙҙәренең алдынғы эш тәжрибәһен, оҫталығын Өфө фән һәм технологиялар һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетының зирәк, рухлы, фекерле студенттар — буласаҡ педагогтар алдында күрһәтте. Жюри ағзалары сығышты актуаллеге һәм методик яҡтан нигеҙләнеүе, үҫтереүсе характеры һәм һөҙөмтәлелеге, рухи ҡиммәттәр сағылышы һәм тәрбиәүи йүнәлеше һ.б критерийҙар буйынса баһаланы. Бәйге дауам итә. Иртәгә конкурстың «Тәрбиәүи сара» этабы. Уҡытыусыларыбыҙға […]

«Дәрес» конкурс этабы башланды

14.03.2023
Өфө мәктәптәрендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” регион-ара конкурсының иң яуаплы этаптарының береһе – «Дәрес» башланды. Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, ят класта дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел. Әммә конкурсанттар һынатмаҫ, методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған, […]

Хәйерле сәғәттә!

14.03.2023
13 март БР Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» регион-ара конкурстарының асылыу тантанаһы үтте. Быйыл «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2023» регион-ара конкурсында ҡатнашырға 61 уҡытыусы теләк белдерҙе. Еңеүсе исеменә 59 ҡатын-ҡыҙ, 2 ир-егет дәғүә итә. Һөнәри таланттарҙы асҡан, яңы йондоҙҙар ҡабыҙған бәйге уңышлы үтер, […]

Тәүге конкурс этабы артта ҡалды

03.03.2023
Ике көн дауамында барған “Педагогик эшмәкәрлек презентацияһы” конкурс этабы артта ҡалды.Был көндәр уҡытыусылар күңелендә ниндәй хис-тойғолар уятҡан, ниндәй тәьҫорттар ҡалдырған. Һорауыбыҙға яуап эҙләп, конкурсанттарыбыҙға мөрәжәғәт иттек…Зәңгәр экранда ғына көс һынашһаҡ та, һәр сығыштың оригиналь, ҡабатланмаҫ булыуы һоҡландырҙы. Үҙем өсөн күп мәғлүмәт алдым. (Шәрәфетдинова Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы)Конкурстың был этабы йөкмәткеле һәм фәһемле булды. Үҙебеҙгә яңы идеялар, […]

Ситтән тороп ҡатнашыу этабы башланды!

02.03.2023
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсының ситтән тороп ҡатнашыу этабы башланды.Милли Мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә конкурсанттарҙың «Медиавизитка»лары урын алған.2-3 март көндәре конкурстың икенсе этабы «Педагогик эшмәкәрлек презентацияһы» үтә.Бөгөнгө сығыштарҙы түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: Трансляция 1 Трансляция 2

Конкурс старт алды!

02.03.2023
Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсы Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» регион-ара конкурсы старт алды. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурс 28-се тапҡыр ойошторола. Быйылғы бәйгелә барлығы 61 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың бишәүһе Ханты-Манси автономиялы округы һәм Силәбе, Ҡурған, өлкәләренән. […]