Ике көн дауамында барған “Педагогик эшмәкәрлек презентацияһы” конкурс этабы артта ҡалды.
Был көндәр уҡытыусылар күңелендә ниндәй хис-тойғолар уятҡан, ниндәй тәьҫорттар ҡалдырған. Һорауыбыҙға яуап эҙләп, конкурсанттарыбыҙға мөрәжәғәт иттек…
Зәңгәр экранда ғына көс һынашһаҡ та, һәр сығыштың оригиналь, ҡабатланмаҫ булыуы һоҡландырҙы. Үҙем өсөн күп мәғлүмәт алдым. (Шәрәфетдинова Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы)
Конкурстың был этабы йөкмәткеле һәм фәһемле булды. Үҙебеҙгә яңы идеялар, алымдар, методтар тупланыҡ. Алдағы көндәрҙә эшебеҙҙә уларҙы ҡулланып, республикабыҙға тыуған илен, тыуған ерен, туған телен һөйгән шәхестәр тәрбиәләрбеҙ тип ышанам. (Ахунова Гүзәл Заһит ҡыҙы)
Бөгөнгө тәжрибә башҡорт теле донъяһының серҙәрен асыуға, белем алыу процесында уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә ҙур ярҙам булды. (Закирова Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы)
Ике көн дауамында барған был конкурс этабы беҙҙең өсөн ҙур методик майҙансыҡҡа әйләнде. Коллегаларым тәҡдим иткән яңы уҡытыу технологиялары, алымдары менән танышып, эш тәжрибәмде тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрҙем. (Ильясова Ләйсән Рафат ҡыҙы)
Бик ҡыҙыу барҙы конкурстың был этабы! Иң беренсе рәхмәт һүҙен ойоштороусыларға еткерге килә, сөнки төрлөбөҙҙө тирә-яҡтан йыйып, интернет селтәрендә тоташтырыу үҙе бер ҙур эш ул. Ә инде конкурсанттарҙың сығыштарын тыңлап, бай багажлы уҡытыусыларыбыҙ күп, тип ҡыуанып ултырҙым. (Нәбиева Гөлназ Рәис ҡыҙы)
“Уҡытыу – һеҙҙең төп хеҙмәтегеҙ. Бөгөн, шуға өҫтәп, быға тиклем дә башҡарып килгән бурысығыҙ – йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү йөкләмәһе һеҙҙең иңдәргә икеләтә яуаплылыҡ менән ятты. Һеҙҙең ҡулда – дәүләтебеҙҙең, кешелектең именлеге һәм киләсәге”, – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин. Төбәгебеҙ уҡытыусыларының был миссияны лайыҡлы башҡарасағына шик юҡ, сөнки ике көн эсендә бик күп матур сығыштар ҡарап үттек. Конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар теләп ҡалам. (Ғәйфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы)