Өфө мәктәптәрендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” регион-ара конкурсының иң яуаплы этаптарының береһе – «Дәрес» башланды.

Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, ят класта дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел. Әммә конкурсанттар һынатмаҫ, методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, ҡанатландырған дәрестәр үткәрер тип ышанабыҙ.

“Дәрес” конкурс этабы дүрт көн дауам итәсәк.