13 март БР Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» регион-ара конкурстарының асылыу тантанаһы үтте.

Быйыл «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2023» регион-ара конкурсында ҡатнашырға 61 уҡытыусы теләк белдерҙе. Еңеүсе исеменә 59 ҡатын-ҡыҙ, 2 ир-егет дәғүә итә.

Һөнәри таланттарҙы асҡан, яңы йондоҙҙар ҡабыҙған бәйге уңышлы үтер, эшлекле фекер алышыуға килтерер тигән ышаныстабыҙ.

Иртәгә Өфө мәктәптәрендә конкурстың иң мөһим этаптарының береһе — «Дәрес» башлана.

Конкурсанттарға ярыш сәме, уңыштар теләйбеҙ!