Конкурстың был этабы сиктәрендә 10 көн алдан социаль селтәрҙә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир” акцияһы иғлан ителгән ине. Акция буйынса һәр теләгән кеше: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле уҡытыусыларға һорауҙар әҙерләп ебәрҙе.

Иң ҡыҙыҡлы, көнүҙәк тип табылғандары пресс конференцияла яңғыраны.

Һорау биреүселәр араһында уҡыусы, уҡытыусы, директорҙарҙан тыш, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» региональ йәмғиәт ойошмаһы советы рәйесе Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙының, «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт» Бөтә рәсәй конкурсы еңеүсеһе, Төнъяҡ Осҽтия-Алания Рҽспубликаһы Алан гимназияһының осентин теле уҡытыусыһы Яна Бекоеваның һәм башҡа журналист, блогерҙарҙың булыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Пресс конференция һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе һәм лауреаттар билдәләнде.

Уларҙың исеме 24 март конкурстың ябылыу тантанаһында яңғыраясаҡ.