
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо.
Тексты институттың ректоры Азат Вәзир улы Йәнгиров һәм Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең директор урынбаҫары, педагогика фәндәре кандидаты Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы Дәүләтшина уҡыны.
Ҡатнашыусыларҙы самауырлы сәй, ҡурай моңо, үҙенсәлекле фотозона ҡаршыланы. Биҙәүестәр һатып алыу мөмкинлеге лә булды.