
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025” регион-ара конкурсының өсөнсө этабы – “Уҡыусылар менән әңгәмә” башланды.
Уҡытыусылар тәҡдим ителгән темаларға уҡыусылар менән 20 минут эсендә ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорорға бурыслы.
Жюри ағзалары конкурсанттың мәғлүмәти һәм тел грамоталылығы, ИКТ технологияларҙы белеүе, ижади ҡарашлы, балалар менән оҫта эш итеүе, сараның һөҙөмтәле булыуы, рухи ҡиммәттәрҙең сағылыуы йәһәтенән баһалай.
Сара ике көн дауам итә. I тур һөҙөмтәләре иртәгә кискә билдәле буласаҡ.