«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған
телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсының II туры тамам.
Ике көн дауамында 15 финалист «Оҫталыҡ дәресе», «Блиц-турнир» конкурс
этаптарында көс һынашты.
Конкурстың киләһе этабы – “Министр менән әңгәмә». Артабан бәйгене бары
тик 5 лауреат дауам итә.
Педагогтарға уңыштар теләйбеҙ!





