Ике көн буйына барған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» регион-ара конкурсының тәүге этабы тамам.
Конкурсанттар «Методик оҫтахана»ла үҙҙәренең методик оҫталыҡтары менән уртаҡлашты, береһенән-береһе сағыу эштәрен, уҡыусылар менән эш һөҙөмтәләрен бәйән итте. Шулай уҡ төрлө уҡытыу алымдары менән таныштырҙы.
Тәүге һөҙөмтәләр билдәле. Киләһе конкурс һынауы — ят класта билдәләнгән темаға дәрес үткәреү.
Бәйге ҡыҙа. Ярыш сәме арта.







