Конкурстың асыу тантанаһы үтте
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл егерме туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә. Алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, иң яҡшы уҡытыусыларҙы асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторолған конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта. Быйылғы һөнәри бәйгелә барлығы 55 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың бишәүһе күрше Силәбе, Ҡурған өлкәләре һәм Ханты-Манси […]