Основная информация

Уважаемые коллеги!

Институт развития образования Республики Башкортостан, кафедра башкирского и других родных языков и литератур приглашает Вас принять участие во Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием) «Родной язык, фольклор и литература в системе образования: теория, практика, перспективы», посвященной 90-летию со дня рождения профессора Галина Салавата Ахмадиевича.

Конференция проводится 25 апреля 2024 года в очной форме с использованием дистанционных образовательных технологий.

Прием заявок на участие в конференции открыт по ссылке  sgalin2024@mail.ru

Подробная информация о проводимом мероприятии содержится в Положении о Конференции.

Итоги

2024 йылдың 25 апрелендә БР Мәғарифты үҫтереү институтында профессор С.Ә. Галиндың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Мәғариф сиситемаһында туған тел, фольклор һәм әҙәбиәт: теория, практика, перспективалар” темаһына Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Конференцияның пленар өлөшөн филология фәндәре кандидаты, БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова алып барҙы. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов, БР Мәғарифты үҫтереү институтының фән һәм инновация эштәре буйынса проректоры Юлай Кинйәбай улы Аҡсулпанов сәләмләне.

Пленар өлөштә, Салауат Әхмәҙиә улы Галиндың фәнни-педагогик эшмәкәрлеген юғары баһалап, тарих фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтытының педагогика, психология, һаулыҡ һаҡлау кафедраһы профессоры,  Салауат Юлаев ордены кавалеры Бикмеев Михаил Ахметович, ғалимдың ҡыҙы,сәнғәт ғилеме докторы, Заһир Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы профессоры Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре,  Салауат Юлаев ордены кавалеры,  Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Кәримов Салауат Ғайса улы, филология фәндәре кандидаты, Өфө күп профилле колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы,  Салауат Юлаев ордены кавалеры Санъяров Фәнзил Бүләк улы, ауылдашы, Баймаҡ районы Б.Юлыев ис. 1-се Этҡол урта мәктәбе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы Килмәкова Фәйҙә Ғәли ҡыҙы, С.Ә. Галин исемендәге премияның беренсе лауреаты, Сибай интернат-гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының Маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Әлниса Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырханова сығыш яһаны.

2014 йылда БР Мәғарифты үҫтереү институты Ғилми советының ҡарары менән булдырылған “Башҡорт фольклорын өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы пропагандалау өсөн” С.Ә. Галин исемендәге премия сираттағы лауреаты ̶ Учалы ҡалаһы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәкимова Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙына тапшырылды.

Конференция икенсе өлөшөндә “С.Ә. Галиндың башҡорт фольклорын үҫтереүгә индергән өлөшө” һәм “Туған телдәр һәм әҙәбиәттәр: белем биреү ойошмаларында уҡыу-уҡытыу методикаһы мәсьәләләре” темаларынасекциялар эшләне.УндаБашҡортостан Республикаһының, күрше төбәктәрҙән килгән ғалимдар һәм мәктәп уҡытыусылары Салауат Әхмәҙиә улы Галиндың фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса уҡытыу мәсьәләре буйынса докладтар менән сығыш яһаны, яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.


Изображение с https://ru.wikipedia.org/