#КонкурсКөндәлеге2023
#ЙылПедагогы2023

10 февралдә Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурстарын асыу тантанаһы үтте.

«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә конкурс яңы йондоҙҙар балҡытты, яңы исемдәр асты.

Үҙ һөнәренең дәрәжәһен күтәреүсе абруйлы конкурста ҡатнашыу — педагогтар өсөн яуаплы ла, тулҡынландырғыс та. Ижади ҡарашлы, методик яҡтан көслө педагогтар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләүҙә арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша.

Быйыл конкурста республикабыҙҙың 26 район-ҡалаһынан 30 педагог ҡатнаша. Улар үҙ ара “Интернет-ресурс”, “Балалар менән тәрбиәүи сара”, “Оҫталыҡ класы”, “Жюри ағзалары менән әңгәмә”, “Педагогик дебат” конкурс һынауҙарында көс һынашасаҡ.

Конкурс 9 мартҡа тиклем дауам итә.

Педагогтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!