#КонкурсКөндәлеге2023
#ЙылПедагогы2023

5 көн дауамында барған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының «Балалар менән педагогик сара» этабы тамам.

Жюри ағзаларының фекеренсә, педагогик саралар методик яҡтан төҙөклөгө, балаларҙың әүҙем эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ иткән инновацион алымдарҙы тәрбиәселәрҙең оҫта ҡуллана алыуҙары менән айырылып торҙо. Тәрбиәселәр халҡыбыҙҙың йолаларын, шөғөлдәрен, халыҡ уйын өлгөләрен уңышлы күрһәтә алды!

Был конкурс этабынан һуң 15 лауреат билдәләнә. Бары тик улар конкурстың киләһе этаптарында бәйгене дауам итәсәк.