#КонкурсКөндәлеге2023
#ЙылПедагогы2023

Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының лауреаттары БР Мәғарифты үҫтереү институтына «Оҫталыҡ класы»на йыйылды.

Конкурс шарттары буйынса тәрбиәсе 10 минут эсендә башҡа коллегаларына үҙенең эш тәжрибәһенән иң отошло, иң уңышлы тип тапҡан эш алымын күрһәтергә тейеш.

Жюри ағзалары сығышты актуаллеге һәм методик яҡтан нигеҙләнеүе, үҫтереүсе характеры һәм һөҙөмтәлелеге, рухи ҡиммәттәр сағылышы һәм тәрбиәүи йүнәлеше һ.б критерийҙар буйынса баһаланы.

Иртәгә конкурсанттар «Жюри ағзалары менән әңгәмә» этабында көс һынашасаҡ.