9 март «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ конкурсының иң һуңғы этабы – “Педагогик дебат” үтте.

Түңәрәк өҫтәл артында конкурс призерҙары БР Мәғариф һәм фән министры менән мәктәпкәсә белем биреү системаһы, балаға тәрбиә, белем биреү хаҡында эшлекле әңгәмә ҡорҙо.

Еңеүсе исеме иртәгә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә яңғыраясаҡ.